Бында көҙ — ҡыҙыу осор

Бында көҙ — ҡыҙыу осор https://bash.news/yuldash/40039_bynda_k_yyu_osor
16 окт, 19:15-07

Бында көҙ — ҡыҙыу осор

Бында көҙ — ҡыҙыу осор
Бында көҙ — ҡыҙыу осор

Рәсүл Сәғитов:

— Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының ғөмүмән һәм айырыуса быйылғы көҙгө сессиялағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләшергә тип астыҡ бөгөн студияны. Парламентҡа иғтибар ифрат кәрәк, хатта ҡырҡа мотлаҡ тигән ныҡлы уйҙан башҡарыла был, сөнки дәүләт хакимлығындағы өс үҙаллы бойондороҡһоҙ тармаҡтың берәүһе ул, һәм иң демократик институт — уның аша халыҡ менән бәйләнеш тормошҡа ашырыла. Закон сығарыу органы яңынан һайлана тора, ә был уны икенселәнә килгән ижтимағи хәл-кәйефкә ҡарап үҙгәртеү мөмкинлеген бирә. Депутаттың хакимлыҡҡа, башҡарма властан айырмалы, һайлаусының шәхси ҡултамғаһы юлы менән килгәне лә билдәле.

— Парламент — сәйәси дискуссиялар урыны ла, сөнки закон ижад итеү индерелгән тәҡдимдәр буйынса оҙаҡ фекер алышыуһыҙ мөмкин түгел. Ысулдары ла киңәйә бара — тыңлауҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Пленар ултырыштарға башҡарма органдарҙың күпмелер арауыҡтағы эш буйынса хисабы сығарыла, хәҙер инде федераль хеҙмәттәрҙең республикалағы идаралыҡтары ла сығыш яһай, ә был — депутаттарҙан һорау бирелеүгә, фекер белдерелеүгә, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларға иғтибарҙы йүнәлттереүгә нигеҙ.

Эфирҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтовты сәләмләйбеҙ.

Юлдаш
Афиши территория роста