Рәйес Түләк

Рәйес Түләк https://bash.news/yuldash/40044_rjes_tlk

Талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл. Рәйес Ғөссәм улы Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, мәктәптә, колледжда һәм БДУ-ның Сибай институтында уҡыта, башҡорт матбуғатында эшләй. «Ирәндек таңдары» исемле тәүге шиғри китабы 1988 йылда сыға, әммә киң ҡатлам уҡыусы һәм алдынғы ҡарашлы, зыялы йәмәғәтселек уны өлгөрөп еткән шағир булараҡ күпкә алда таныны. Ашҡынып йәшәгән, янып ижад иткән шағирҙың әҫәрҙәре артабан «Ҡашмау”, «Егет һүҙе», «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып», «Мең дә бер кис» йыйынтыҡтарында тупланды. Халҡыбыҙҙың үткәне лә, бөгөнгөһө лә шағир күңелендә тәрән кисерештәр тыуҙыра. Милләт яҙмышы, ил, тел, рух ғәме тураһында ярһыу-һыҙланыуҙары шиғри оранға әүерелә. Әҙиптең ижады – хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләгән классик өлгө. Рәйес Түләктең шиғри шәлкеме радио фонды өсөн 2005 йылда яҙылған. Автор уҡый.

Юлдаш
GAUGA