Мостай Кәрим

Мостай Кәрим https://bash.news/yuldash/40045_mostaj_krim

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә

Ғүмер юлы тигән араны

Уҙған саҡта,

Йондоҙҙарҙай күреп,

Мин күҙҙәргә ҡарап барамын. (Мостай Кәрим).

Мостафа Сафа улы Кәримов- Мостай Кәрим - 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана. Тыныс тормошта тулыһынса ижад һәм йәмәғәт эше менән шөғөлләнә: Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә, РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары була, РСФСР Юғары Советының бер нисә саҡырылыш депутаты. Шиғриәттә лә, прозала һәм драматургияла ла әүҙем эшләй, әҫәрҙәре төрлө телгә ауҙарыла. Республика, ил һәм донъя сәхнәләрендә ҡуйылған пьесалары башҡорт драматургияһының юғарылығын күрһәтә. Үҫеш юҫыҡтарын билдәләп, башҡорт әҙәбиәтен яңы кимәлгә күтәреүе, киң йәмәғәт эшмәкәрлеге лайыҡлы наградалар һәм абруйлы исемдәр менән билдәләнә: Мостай Кәрим – Башҡортостан-дың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге һәм башҡа күп премиялар лауреаты. Төрлө талант эйәһе булһа ла, әҙип үҙен тәү нәүбәттә шағир тип иҫәпләй. Һәм халыҡ күңелендә лә ул бөйөк шағир, оло шәхес булараҡ йәшәй. Мостай Кәримдең шиғри шәлкеме радио фондына автор уҡыуында яҙылған.

Юлдаш
Афиши территория роста