Һабын

Һабын https://bash.news/yuldash/40050_abyn
24 окт, :

Урамдан кергәс, һәр ваҡыт ҡулды яҡшылап тороп һабынлап йыуырға кәрәк. Ә һабында ҡасан уйлап тапҡандар? Боронғо замандарҙа һабын урынына йылға ҡомон ҡулланғандар. Ҡом майҙы бик яҡшы үҙенә һеңдерә. Ҡом менән ышҡып йыуғас, кешенең тиреһе таҙа, шыма ғына булып киткән. Боронғо гректар шулай йыуынған.

Һабын
Һабын

Ә бына боронғо Мысыр кешеләре йыуыныу өсөн усаҡтан ҡалған көлдө ҡулланған. Ағас көлөн һыуҙа иретһәң, сифаты менән һабынға яҡын икән. Шул шыйыҡсаны балауыҙ менән бутағандар. Бындай һабын тиреләге микробтарҙы үлтергән, витаминдар менән байытҡан. Тик уның күбеге сыҡмаған һәм май менән бысраҡты насар таҙартҡан.

Ғалимдар, һабынды боронғо галдар уйлап тапҡан, ти. Улар Франция ерҙәрендә йәшәгән. Галдар иретелгән хайуан майын ағас көлө менән бутағандар һәм төрлө еҫле майҙар ҡушҡандар. Бындай һабын бик яҡшы таҙартҡан. Шулай уҡ үҫемлек майына ҡыҙыл балсыҡ ҡушып сәс йыуыу өсөн ҡулланғандар. Шул ҡатышманы сәстәренә һөрткәндәр һәм һыу менән күбекләндереп, йыуып төшөргәндәр. Сәстәре ялтырап ҡалған, ҡыҙғылт төҫкә ингән.

Шулай итеп, төрлө халыҡтар үҫемлек, иретелгән хайуан майын көл менән ҡушып ҡайнатһаң, бысраҡты, майҙы, тәнде таҙарта торған күбекле шыйыҡса барлыҡҡа килгәнен асҡан. Һабын яһау тарихында был мөһим асыш булған.

Европа илдәрендә йыуынырға бер ҙә яратмағандар. Бары тик 13 быуатта ғына Англияла һәм Францияла һабын ҡайната башлағандар. Башта шыйыҡ һабын ғына эшләгәндәр. 15 быуатта Италияла ҡаты һабын сығара башлағандар.

Тик һабын менән бай кешеләр генә йыуынған, сөнки ул бик ҡиммәт торған. Ә ябай халыҡ боронғоса көл менән йыуынған, кер йыуған. Шулай уҡ улар һабын үләне тамырын ҡулланған.

Беҙҙең илдә һабын ҡайнатыу фабрикаларын батша Петр 1 төҙөткән.

Беҙ бөгөн Факиһа Туғыҙбаеваның "Хәрәм аш" тигән әкиәтен тыңлайбыҙ.

Юлдаш
Афиши территория роста
:, 31 окт
11:22, 19 фев