Тәгәс. Тыҫыр. Тына. Тыуыш. Тәйән.

Тәгәс. Тыҫыр. Тына. Тыуыш. Тәйән. https://bash.news/yuldash/40058_tgs_tyyr_tyna_tyuysh_tjn
26 окт, :

Тәгәс.

Ҡайһы бер һөйләштә - туҫтаҡ, икенсеһендә – сынаяҡ өҫтө. Миҫалдарҙы күп килтерә алабыҙ: Ҡымыҙ тәгәсе. Тәгәскә кәрәҙле бал һалыу. Буталлы тәгәстән сәй эсеү.һ.б.

….

Тыҫыр.

Тыҫыр – бешеп етмәгән аш-һыу хаҡында һөйләгәндә ҡулланылған һүҙ. Мәҫәлән: Тыҫыр бутҡа.

………………

Тына.

“Тына” - эш барышында ике ял араһындағы ваҡытты белдергән һүҙ. Мәҫәлән: Бесәнселәр ямғыр яуғансы ике тына эшләп өлгөрҙө.

Тыуыш.

Тыуыш – боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу, шәре. Миҫалға: Тыуыш сыҡҡансы, йылғаның бер яғынан икенсеһенә юл өҙөлмәй.

….

Тәйән.

“Гел” тип әйтәһеңме, әллә уның урынына “тәйән” тиһеңме – мәғәнәһе бер үк. Миҫал өсөн: Күлгә тәйән аҡҡоштар ҡайта. Ауыл халҡы уларҙы тәйән күҙәтеү, һаҡлауға алған.

Юлдаш
Афиши территория роста