Ишеттеләр. Хәл иттеләр

Ишеттеләр. Хәл иттеләр https://bash.news/yuldash/40060_ishettelr_xl_ittelr
28 окт, 15:02

Өфөнөң Революцион урамындағы 52-се йорт подъезында ут булмаған. Билдәһеҙҙәр плафон һәм лампаларҙы ватып, электр сымдарын өҙөп алған. Мария Иванова ошо йортта йәшәгән әсәһе өсөн борсола. Подъезда бигерәк тә оло йәштәгеләргә баҫҡыстан менеп-төшөү хәүефле, - ти ул.

Ишеттеләр. Хәл иттеләр
Ишеттеләр. Хәл иттеләр

Йортта йәшәүселәр социаль селтәрҙә мөрәжәғәт ҡалдырған. Уны “Инцидент-менеджмент” программаһы теркәгән. Республика Башлығының сәхифәһенә подъездарҙағы емерек почта йәшниктәренең фотоһүрәте лә эләккән. Бығаса йортта йәшәүселәргә килгән газеталар подъездың тәҙрә төбөнә һалына барған. Кешеләр ялыу ебәргәндең икенсе көнөнә проблема хәл ителгән. Баш ҡаланың 19-сы торлаҡ идаралығы баш инженеры Айрат Ғәниев.

“Инцидент-менеджмент” системаһы эшләй башлағандан алып Өфөнөң Совет районы буйынса 2 меңгә яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Халыҡты тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле проблемалар борсой. "Инцидент" системаһы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәрен теркәп бара, проблемалар хәл ителгәнсе контролдә тота.

#инцидент

Юлдаш
Баш Иванова на 15 часов 28 октября
Афиши территория роста