Һанай белгән — һанланған

Һанай белгән — һанланған https://bash.news/yuldash/40062_anaj_belgn_anlanan/?lang=bash
28 окт 2019, 16:10

Рәсүл Сәғитов:

— Аҡса менән ни ҡылырға мәктәптә өйрәтелмәнек, үткән быуатта был хатта ҡырынлыҡ һаналды, ғөмүмән аҡсаһыҙ, һәр кем теләгәнен — ихтыяжына ҡарап аласаҡ йәмғиәткә йөҙ тотолдо. Университетта ла уҡытылманы. Үкенесле, сөнки мәсьәлә менән көнөнә нисәмә осрашыла, ә асылын аңлау, ҡайһылайтып финанс яҡлап бойондороҡһоҙға әйләнеүҙе төшөнөү әҙ.

Нисек булырға тейеш? Финанс йәһәтенән белемленең сығымдары килеменән артыҡ булмай, әҙ генә булһа ла күберәк алынған айлыҡ табыш нимәгәлер, фәнни телдә әйткәндә, инвестициялана. Юғиһә күп ватандашыбыҙға һаҡлыҡ тупламау, сығымдарҙы күҙәткелә тотмау хас.

Дәүләт быға иғтибарҙы хәҙер мул бүлә: финанс грамотаһы нигеҙҙәре йәмғиәт белеме курсы эсендә мәктәптәрҙә уҡытыла, төбәктәр араһында Башҡортостан — алдынғы урында. Милли Банк проектты төрлө башҡа юлдар аша ла тормошҡа ашыра, өҫтәмә раҫламаһы — үткән шәмбелә Өфөлә үткән сара — финанс белеме буйынса ғаилә байрамы. Унда ике мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан, тиелә.

Бөтә нәмәне аҡса менән һанай алмайбыҙ, был айырыуса беҙҙең илдә шулай, күберәк күңел менән эш итәбеҙ, әхлаҡты алға ҡуябыҙ, намыҫ та өҫтә, шылмаһын да, бурыс — табышты уларға зыянһыҙ туплау.

Иҫәпленең аҡсаһы игеҙлеген кешегә бала сағынан һеңдереү ниәте бар, махсус федераль проект ҡабул ителгән. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында былтыр Төбәк методик үҙәге асылды. Башҡорт дәүләт университетының финанс һәм һалымдар кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова был өлкәлә әүҙем шөғөлләнә, дәрестәр ҙә алып бара, һәм төп фекерҙәрен радио тыңлаусыбыҙ алдында ла белдерергә әҙер.

Юлдаш
Афиши территория роста
13:35, 09 дек
:, 09 дек