Тәрбиә һоҡланғыс көскә эйә

Тәрбиә һоҡланғыс көскә эйә https://bash.news/yuldash/40066_trbi_ksk_ej
29 окт 2019, 19:15-07

Тәрбиә һоҡланғыс көскә эйә

Тәрбиә һоҡланғыс көскә эйә
Тәрбиә һоҡланғыс көскә эйә

Рәсүл Сәғитов:

— Тапшырыуҙы, ишетәһегеҙ, тантаналы марштан башланыҡ. Йәш быуын өсөн ғәжәптер, сөнки ғәҙәти түгел, ә өлкән быуындың күңеле елкенеп киткәндер — ярһыу йәшлеге иҫенә төшкәндер.

Комсомолдың тыуған көнө бөгөн, иптәштәр! Был марш — уның хөрмәтенә, заманында тығыҙ сафында атлағандарға. Ул саҡта йыш яңғыраған, яңы тормошта, ижтимағи-сәйәси ҡоролош икенсегә әйләнгәс, тын архивҡа күскән яҙмаларҙың береһе.

Дата түңәрәк түгел, 101 йыллығы — тәүҙә аталғанса РКСМ (Рәсәй Коммунистик Йәштәр Берлеге) 1918 йылдың 29 октябрендә, Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең беренсе съезында, ойошторола бит. 1926-ла ВЛКСМ-ға әйләнә. Ике йыл алда, төп ойоштороусыһы Ульянов (Ленин) вафатынан һуң, уның исеме ҡушыла.

Телгә ифрат ятышлы аббревиатура барлыҡҡа килә, әйкәндәй — баш хәрефтәр теҙмәһе һымаҡ түгел, айырым һүҙҙәй яңғырай. 1991-гәсә, 73 йыл буйы, эшләүенә ошо ла ярҙам итмәнеме икән әле — карапты нисек атайһың, шулай йөҙөп тә китә бит?..

1991-ҙең көҙөндә шулай эшмәкәрлеген туҡтатты. Саҡ ҡына алдараҡ, августа, КПСС-тың да юҡҡа сыҡҡанын хәтерләйбеҙ. Тағы бер нисә айҙан СССР тарҡалды. Ана күпме һыу аҡһа ла комсомолдың тыуған көндәрен иҫкә төшөрә киләбеҙ, ниңә икән?..

Беҙҙең республика комсомолы йәшерәк — шулай уҡ октябрҙә, ләкин 1920 йылда, РКСМ-дың Бөтә Башҡортостан съезы алдынан, ойошторола.

Тапшырыуҙың әңгәмә өлөшөнә күсәбеҙ — студияла комсомол ветераны, ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитетында инструктор, Өфө ҡалаһы Ленин районында беренсе секретарь булған замандашыбыҙ Батыр Хисмәтуллинды сәләмләйбеҙ.

Юлдаш