Ҡышлау Йылға яңыра

Ҡышлау Йылға яңыра https://bash.news/yuldash/40067_yshlau_jyla_yayra
29 окт, 12:00

Асҡын районы Ҡышлау йылға ауылында һуңғы йылдарҙа бер шаяртыуҙы йыш ҡулланалар. Йәше –ҡарты “Бәхет тейәгән машина беҙҙең ауыл аша үткәндә, бер ни тиклем бәхет төшөп, ҡойолоп ҡалған”, тип әйтергә ярата. Ҡайһы берҙәре хатта, төшөп кенә ҡалмаған, бәхет йөгө тулыһынса беҙҙең ауылда ҡолаған тип тә ебәрә. Машина ҡолауы, әлбиттә, насар. Ә бына ауылға бәхет килеүе – яҡшы. Һаумыһығыҙ, бөгөнгөгө тапшырыуҙа Асҡынға, Ҡышлау Йылғаға сәфәр ҡылырға саҡырам. Бар йәмғиәт тиерлек социаль-иҡтисади хәлдәргә ризаһыҙлыҡ белдергән мәлдә, Ҡышлау йылға халҡы нисек бәхет нурына сорнала, тигән һорау тыуғандыр?

Юлдаш
Афиши территория роста