Республика хөкүмәтенең яңы составы

Республика хөкүмәтенең яңы составы https://bash.news/yuldash/40073_respublika_xkmtene_yay_sostavy
31 окт, 19:05

Аҙналағы иң мөһим тема, әлбиттә, Республика хөкүмәтенең яңы составы. Дүшәмбе оператив ултырышта состав иғлан ителде, һуңғараҡ рәсми сайтта вице-премьер, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары, агентлыҡ етәкселәре тураһында указдар донъя күрҙе, ҡайһы бер ведомстволар атамалары ла үҙгәртелде. Төп яңылыҡ - хөкүмәт менән рәйеслек итеүҙе Республика башлығы үҙенә ҡалдырҙы. Аналитиктар фекеренсә, был – ҙур яуаплылыҡ. Шул уҡ ваҡытта, хөкүмәт составы артыҡ ныҡ түгел, сама менән 17 процентҡа яңыртылды. Тимәк, Республика башлығы әлеге командаға ышаныс күрһәтә. Яңы кабинетты иғлан иткәндә, Радий Хәбиров уның Үҫеш хөкүмәте булырға тейешлегенә баҫым яһаны. “Асыҡ студия” эксперттары - политолог Зөфәр Тимербулатов һәм иҡтисад белгессе Илдар Ғәбитов.

Республика хөкүмәтенең яңы составы
Республика хөкүмәтенең яңы составы

Юлдаш
Афиши территория роста