Рәшит Назаров

Рәшит Назаров https://bash.news/yuldash/40086_rshit_nazarov

Йыртым астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде,

Һәм, йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма.

Йөрәген яҡты йондоҙ менән сағыштырған Рәшит Назаровтың шиғырҙары ла -әҙәбиәткә атылған йондоҙҙай килеп ингән аҫыл заттың мәңге һүнмәҫ һүҙ ҡөҙрәте балҡышы ул. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың шиғырҙарын Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡый.

Юлдаш
Афиши территория роста