Еңеү беҙҙеке!

Еңеү беҙҙеке! https://bash.news/yuldash/40089_ee_beeke
05 ноя, :

2020-се йыл Рәсәйҙә "Дан һәм Хәтер" йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан, "Асыҡ студия" махсус темалар циклын тәҡдим итә. Был тапшырыуҙа беҙ йәш быуынға, балаларға Бөйөк Еңеүҙең бөйөклөгөн нисек аңлатыу, һеңдереү хаҡында бәхәс ҡорҙоҡ.

Еңеү беҙҙеке!
Еңеү беҙҙеке!

Эксперттар: Тарих фәндәре кандидаты Рәсих Зәйтунов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәнзилә Бикбаева, Әбйәлил районының Таштимер ауыл советы депутаты Илүзә Ғәйнуллина, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Азат Ярмуллин.

Рәсих Зәйтунов: бөгөн донъяла беҙҙең Еңеүгә ҡарата төрлө фекерҙәр йәшәй. Совет һалдаты түбәнһетеп күрһәтелә. Улай ғына түгел, беҙҙе илбаҫар, тип атаусылар ҙа бар...

Илүзә Ғәйнуллина: 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Платонов Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында үҙенең исемен йөрөткән урамда йәшәй. Беҙҙә яугир үлгәс кенә исемен хәстәрләй башлайҙар. Әле Өфөлә йөҙҙө үткән дивизия ветераны йәшәй. Кемегеҙ шул турала белә?

Юлдаш
Мусафир
GAUGA