Хәләл ризыҡ, хәләл тауар

Хәләл ризыҡ, хәләл тауар https://bash.news/yuldash/40094_xll_rizy_xll_tauar
08 ноя, 19:05

Хәләл ризыҡ, хәләл хеҙмәтләндереү тураһында һөйләшәбеҙ бөгөн. Хәләл, тимәк, рөхсәт ителгән. Ислам ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән. Һуңғы ваҡытта хәләлде пропагандалау көслө бара. Кафелар асыла, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәләл косметика, кремдары барлыҡҡа килде, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында Хәләл комитеты эшләй. Ҡаптарында ошо яҙыу булған бар ризыҡтар ҙа ысынлап та хәләлме, маркетинг алымы ғына түгелме? Тауыҡ йомортҡаһы йәки эсәр һыуҙың харамы ла буламы икән? “Асыҡ студия”ла ошоларҙы тикшерәбеҙ. Эксперттар: политтехнолог Рәис Тайбугин, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйе ярҙамсыһы Фидан Ғәзизов.

Юлдаш
Афиши территория роста