Башҡортостанда "Инцидент-менеджмент" системаһы һөҙөмтәле эшләй. Уның ярҙамында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы халҡы проблемаһы ла бөтөрөлгән. Бер урамда 1997 йылдан алып асфальт булмаған. Хәҙер проблема хәл ителгән, ти Республика башлығы хакимиәте янындағы мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Салауат Ғарипов. "Инцидент-менеджмент" системаһы 4 социаль селтәр - "Бәйләнештә", "Класташтар", "Инстаграмм" һәм "Фейсбук"та мөрәжәғәт-ялыуҙарҙы күҙәтә. Көнүҙәк булғандары хәл ителгәнгә тиклем контролгә алына.

