Табипҡа 1301 аша

Табипҡа 1301 аша https://bash.news/yuldash/40096_tabipa_1301_asha
11 ноя, 13:06

1301. Был республикала табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм телефон номеры. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә бындай мөмкинлек юҡ. 1301 телефонына шылтыратыусылар колл-үҙәккә эләгә. Унда иһә ҡала йәки район поликлиникаһына яҙылырға була, ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт ебәреүселәр күп. Ялыуҙар “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә. Кешеләрҙең байтағы поликлиника регистратураһына шылтыратып та яуап ишетә алмауға зарлана.

Табипҡа 1301 аша
Табипҡа 1301 аша

Юлдаш
Афиши территория роста