Эксперт: һәр диалект йәшәүгә хоҡуҡлы

Эксперт: һәр диалект йәшәүгә хоҡуҡлы https://bash.news/yuldash/40097_ekspert_r_dialekt_jshg_xouly
11 ноя, 19:01

Башҡортостанда яңы ойошма барлыҡҡа килде. Көньяҡ- көнбайыш төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ “Без - башҡортлар” ойошмаһын булдырҙы. Һүҙ һөйләп кенә йөрөмәй уның ағзалары, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙ йолалары, эш-ғәҙәттәре, һөнәрҙәре менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп алғандар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Туймазы районының Япрыҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы полковник Ғәни Ғәлимовтың хәтер таҡтаташы асылды. Шул сара айҡанлы Туймазыла "Без - Башҡортлар" ойошмаһы йәштәр өсөн патриотик сара ойошторҙо - мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт уғынан атыш ярыштары уҙғарҙы. Быға тиклем оҡшаш саралар Илештә лә үткәйне. Шулай итеп, "Без - башҡортлар" ижтимағи ойошмаһы халыҡты үҙ тарихын, тамырҙарын белергә әйҙәй. “Асыҡ студия”ла ойошманың етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Стратегик тикшеренеүҙәр институның Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.

Юлдаш
Афиши территория роста