Кем ҡулында бысаҡ?

Кем ҡулында бысаҡ? https://bash.news/yuldash/40102_kem_ulynda_bysa
12 ноя, 20:31

Нарьян-Марҙағы хәлдән һуң эксперттар: мәктәп директоры Наил Әминев, балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова, психолог Ғәлиә Сәлихова, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова, Өфө ҡалаһы хакимиәте белгесе Милә Сынбулатова, журналистар Гүзәлиә Балтабаева, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова менән ҡыҙыу бәхәс ҡорабыҙ.

Кем ҡулында бысаҡ?
Кем ҡулында бысаҡ?

Гүзәл Вилданова: Бөгөн йәмғиәттә һәр беребеҙ потенциал псих.

Ғәлиә Сәлихова: Ул бит ҡан тамырҙарын да ҡырҡҡан була, әммә дауаханала ярҙам күрһәтеп сығарып ебәрәләр.

Зәйтүнә Ниғмәтйәнова: Ә мәктәптәр, балалар баҡсалары бөтә проблеманы иңҡар итеп, аяҡ терәшеп ҡарыша: беҙгә тап ҡына төшмәһен. Бөтә проблема шунда.

Гөлсара Килдеғолова. Ниндәй генә камера ҡуйма, инәм тигән кеше, барыбер инә. Бесланды иҫләгеҙ. Балалар баҡсалары мөдирҙәренә ябырылырға кәрәкмәй.

Гүзәлиә Балтабаева. Битарафлыҡ. Ике сменала уҡыу. Мәхшәр. Бер кемгә бер нәмә кәрәкмәй.

Гүзәл Ситдиҡова. Бына, ҡунаҡтар, һеҙ үҙегеҙ күрәһегеҙ, беҙҙең эшкә, телеүҙәккә былай ғына үтеп китеп булмай. Махсус ойошма. Ә мәктәптәр, балалар баҡсалары нимәһе менән махсус ойошма түгел? Улар икеләтә ныҡ һаҡланырға тейеш. Мәктәпте ныҡлы ҡоймалар менән уратып алыу тәҡдимен индерәйек. Махсус зона-мәктәп-унда, ҡорал индереп атырға ла, наркотиктар индерергә лә ярамаһын. Һәм, әлбиттә, чоп-тар менән тендер аша ғына, кем тендерҙы ота, шул һаҡлай түгел, ә реаль ышаныслы һаҡсы ойошмалар кәрәктер. Ата-әсәнән йыйған аҡсаға йоҡлап ултырған ҡарауылсыны ялларға түгел, ә ысын һаҡсылар. Нимәлер хәл ителәсәк. Республика был хаҡта әле шулай уҡ ҙур эштәр алып барыла. Аңлашыла, беҙҙең менталитет. Башҡорт ғүмерҙә лә ишеген йоҙаҡҡа элеп йөрөмәгән. Тура килер тик. Заманы икенсе.

Юлдаш
Афиши территория роста