Хыял

Хыял https://bash.news/yuldash/40107_xyyal
14 ноя, :

Бәләкәс дуҫтарым, психологтар әйтеүенсә, ҡағыҙға теркәп барған хыялдар тиҙерәк ҡабул була тиҙәр. Бөгөнгө "Иләү"ҙә беҙ хыял картаһы төҙөргө өйрәнәбеҙ. Аҡ ҡағыҙ йәки ватмандың ҡап уртаһына үҙеңдең фотоңды йәбештерәһең. Был – хыял картаһы тап һинеке икәнлекте күрһәтә. Шунан яйлап ҡына үҙеңдең матур хыялдарыңды күҙ алдына килтерегә кәрәк. Мәҫәлән, ҡайҙа барырға теләгәнеңде йәки ниндәй һөнәр кешеһе булырға хыялланғаныңды.

Хыял
Хыял

Гәзит йәки журналдарҙан шул хыялдарға оҡшаш һүрәттәрҙе ҡырҡып алырға, уларҙы елем менән буяп, ҡағыҙға йәбештерәһең.

Хыял картаһын эшләгәндә сағыуыраҡ төҫтәр ҡулланырға тырышығыҙ, уға гел генә ҡарағы килеп торһон.

Хыял картаһы күҙ алдыңда булырға тейеш. Ул һинең хыялдарыңды гел генә хәтерләтеп, иҫеңә төшөрөп торасаҡ.

Беҙ бөгөн Гөлсинә Йосопованың "Уйынсыҡтарын йыйырға яратмаған ҡыҙ тураһында" әкиәтен тыңлайбыҙ. Салауат Юлдашбаев уҡый.

Юлдаш
Афиши территория роста
:, 24 окт