КВН-дың Кубоктар лигаһының "Байрам кубогы"нда еңеүсе "20-се централ" командаһы

КВН-дың Кубоктар лигаһының "Байрам кубогы"нда еңеүсе "20-се централ" командаһы https://bash.news/yuldash/40108_kvndy_kuboktar_ligayny_bajram_kubogynda_eese_20se_central_komanday
12 ноя, :

Уйын-көлкө байрамдары, Шаяниум, КВН-дар йәштәр, уҡыусылар араһында күптән инде популярлыҡ яуланы. Башҡортса матур итеп һөйләй, урынлы итеп шаярта белеүсе ҡыҙҙар-егеттәрҙең көндән-көн артыуы ла шатландыра. Күптән түгел, 6 ноябрҙә, КВН-дың тыуған көнө алдынан, Кубоктар лигаһы мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында "Байрам кубогы" ойошторҙо. Был уйында ҡыҙҙар-малайҙар оло КВН-сылар менән бергә сығыш яһаны. Һәм бөгөн беҙҙең студияла ошо кубоктың еңеүселәре - "20-се централ" командаһы. Улар: Азалия Ишкинина, Альбина Бикҡужина, Алмаз Ҡаранаев, Баязит Кәримов һәм Башҡорт Юниор КВН лигаһын ойоштороусыларының береһе, бөтә КВН-сы, Шаяниумсыларға яҡшы таныш Марсель Мөхәмәтйәнов.

Юлдаш
Афиши территория роста