Башҡортостан татарҙары ҡорға йыйылды

Башҡортостан татарҙары ҡорға йыйылды https://bash.news/yuldash/40120_bashortostan_tatarary_ora_jyjyldy
19 ноя, 16:51

Өфө «Нур» театрында Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы ултырышы башланды. Автономия халыҡтың рухи мираҫын, туған телен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ойоштороп килә, Башҡортостандағы милләт-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индерә. Бөгөн республиканың 600-ҙән ашыу белем биреү учреждениеһында татар теле уҡытыла. 103 балалар баҡсаһында татар төркөмдәре бар.

Башҡортостан татарҙары ҡорға йыйылды
Башҡортостан татарҙары ҡорға йыйылды

Беҙ йыл һайын осрашып, һөйләшеп алабыҙ. Бөгөнгө ултырышҡа райондарҙа эшләп килгән ойошма рәйестәре, шулай уҡ мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһе белгестәре саҡырылды. Быйыл бик күп саралар үтте. Башҡортостан Республикаһының һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығын, Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни автономияһының 10 йыллығын билдәләнек. Өфөлә мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл астыҡ. Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Владимир Путиндың указы буйынса Рәсәйҙә 2020 йыл – Хәтер һәм дан йылы, ә Радий Хәбировтың указы буйынса Башҡортостанда зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Уҙғарыласаҡ саралар ошо ике указ нигеҙендә ойоштороласаҡ.

Республика татарҙары милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рима Үтәшева

Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни автономияһы ултырышы аҙағында Кушнаренко халыҡ театры тамаша күрһәтә.

Юлдаш
Афиши территория роста