Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы 2024 йылға төҙөлөп бөтөүө ихтимал

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы 2024 йылға төҙөлөп бөтөүө ихтимал https://bash.news/yuldash/40146_fnn_knsyysh_syyu_yuly_2024_jyla_tlp_bt_ixtimal
23 ноя, 12:00

Башҡортостан һәм ВТБ банкы араһында концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул быға тиклем булған документҡа өҫтәмәләр индереп ҡабул ителде. Аналитиктар фекеренсә, концессион килешеү шарттары йомшарыуы Радий Хәбировтың сәйәси майҙанда еңеүе һәм был өлкәлә ҙур тәжрибә булыуына ишара. Һөйләшеүҙәр барышында банк юл һәм тоннель төҙөлөшө өсөн күберәк аҡса бүлергә ризалашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, эштәр киләһе йылда башланырға тейеш.

Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы 2024 йылға төҙөлөп бөтөүө ихтимал
Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы 2024 йылға төҙөлөп бөтөүө ихтимал

Концессион килешеү буйынса, Көнсығыш сығыу юлы һәм тоннель төҙөлөшө өсөн 34 миллиард ярым һум талап ителә. Сумманың төп өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә.

Юлдаш