Өфөлә «Инцидент-менеджмент» программаһы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ярҙам иткән

Өфөлә «Инцидент-менеджмент» программаһы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ярҙам иткән https://bash.news/yuldash/40148_fl_incidentmenedzhment_programmay_kp_fatirly_jortto_yjyyn_jnterg_yaram_itkn
26 ноя, 10:23

Ике йыл элек һуңғы ҡатта йәшәүсе ямғыр ваҡытында фатирға түбәнән һыу инеүенә иғтибар итеп, йорт ҡыйығын төҙөүсе компаниянан йүнәттереп ала. Хәҙер уның күршеһе ошондай уҡ проблемаға юлыҡҡан. Оҙаҡ уйлап тормай ул был турала социаль селтәргә яҙа.

Өфөлә «Инцидент-менеджмент» программаһы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ярҙам иткән
Өфөлә «Инцидент-менеджмент» программаһы күп фатирлы йорттоң ҡыйығын йүнәтергә ярҙам иткән

Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре Таһир Шәрәфетдинов.

Кузнецов затонында урынлашҡан был йорт социаль торлаҡ тип иҫәпләнә. Унан фатирҙарҙы етемдәргә, үҙ өйөн юғалтҡандарға һәм башҡа граждандар категорияларына биргәндәр. Шуға ла уны хеҙмәтләндереүгә иғтибар ҙур, ти Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Сергей Полетавкин.

“Инцидент-менеджмент” программаһына эләгер өсөн социаль селтәрҙәрҙә проблеманы асыҡлаған тулы хәбәр яҙырға кәрәк. Эш башлағандан бирле “Инцидент” 80 меңдән ашыу мөрәжәғәтте хәл иткән.

Юлдаш
Баш Полетавкин на 26 ноября
Афиши территория роста