Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы

Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы https://bash.news/yuldash/40149_asyn_rajony_artkik_auyly
26 ноя, 15:00

Балыҡсы ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, төйәк иткән Ҡарткиҫәккә төштө был юлы сәфәрем. Республиканың төньяҡ сиге - Асҡын районындағы боронғо ауылдарҙың береһе ул, 300 йылдан ашыу йәшәп килә. 200-ләп йортло, 550 кеше ғүмер кисергән ғәҙәти ауылдарҙың береһе. Уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында. Телефон бәйләнеше алама, интернет килеп етмәгән, әммә халыҡ мәктәбен һаҡлап, эскелекһеҙ биләмә булып танылып, дәртләнеп йәшәй унда. Үҙ тырышлыҡтары менән программаларҙа ҡатнашалар, ауылдарын биҙәйҙәр. Ә проблемаларға килгәндә, бар ауылдар өсөн хас мәсьәләләр борсой Ҡарткиҫәкте лә.

Юлдаш
Афиши территория роста