Башҡортостан Бөтә донъя сифат аҙналығына ҡушылды

Башҡортостан Бөтә донъя сифат аҙналығына ҡушылды https://bash.news/yuldash/40157_bashortostan_bt_donya_sifat_analyyna_ushyldy
17 ноя, 12:18

Яңы – ул онотолған иҫкә нәмә, тиҙәр. Шулай ҙа тормошта һәр яңылыҡ, яңы аҙымдың уйланылған һәм ышаныслы булыуы зарур. Ышаныслы, тимәк сифатлы. Беҙҙең республика Бөтә донъя сифат аҙналығына ҡушылды. Күптәр өсөн был дата әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмаһа ла, йәшәйешебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Аҙна дауамында Башҡортостан Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгестәре төрлө тикшереүҙәр үткәрҙе. Мәҫәлән, яғыулыҡ-ҡойоу станцияһында бензин сифатын баһаланы, шулай уҡ яғыулыҡтың теүәл ҡойоламы-юҡмы икәнлеген тикшерҙе, автосервиста тәгәрмәстәрҙе балансировкалау станоктарын һынап ҡараны. Бынан тыш, белгестәр электр иҫәпләгестәр төҙөклөгөн баһаланы. Белгестәр билдәләүенсә, счетчик боҙоҡ булыу сәбәпле электрға артыҡ түләү осраҡтары теркәлеп тора. Нисек алданмаҫҡа һәм хоҡуҡтарҙы яҡлай белергә?

Юлдаш
Афиши территория роста