Бер тинлек табыш, мең һумлыҡ тауыш.

Бер тинлек табыш, мең һумлыҡ тауыш. https://bash.news/yuldash/40173_ber_tinlek_tabysh_me_umly_tauysh
02 дек, :

Тыңлаусы: Ишембай районының "Ағиҙел" совхозынан шылтыратам. Убойный цехҡа шылтыратһаҡ, хужаһы: мин ял итеп ятам, Салауатҡа, йә Воскресенскийға алып барып һуйығыҙ, ти. Улай йөрөтһәң, һыйыр хаҡы бөтөнләй сыҡмай. Бына һеҙ бер яртыға һуйып бирәләр тиһегеҙ, ҡайҙа ул. Совхозда 1800 һуялар, машина яллап алып барырға 2000, справка 250. Тегендә 2000, бында 2000. Ярай, малды һуйып бирәләр, ә артабан? Үҙебеҙгә алып барып ташырырға. Эсәк-ҡарынын ҡалдырырға ла әҙермен. Ҡайҙа, кемгә нисек һатырға?! Тағы мәшәҡәт. Һимеҙ, матур һыйыр, ә бәләһе күпме. Аралашсыларға тапшырабыҙ инде. Ярай улары бар. Үзбәктәр ярты хаҡҡа алып киттеләр, уларға справка ла, бер нәмә лә кәрәкмәй.

Бер тинлек табыш, мең һумлыҡ тауыш.
Бер тинлек табыш, мең һумлыҡ тауыш.

Ауыл хужалығы фәндәре докторы: Итте Урта Азиянан ғына түгел, Татарстандан килеп йыялар. Улары быҙауҙы 5 меңгә алып китә. Ҡыш башында халыҡ итте, ярай, Белорет баҙарында алып барып һата алһын, ти. Шуның менән бөттө. Баҙарҙарға үтеп булмай. Халыҡ малын ҡайҙа итергә белмәй.

Шуға ла халыҡ туранан-тура һатып алыусы менән эшләргә мәжбүр. Йәғни, ҡала халҡы ауыл кешеләрен үҙе килеп таба, алдан ит тураһында килешәләр. Һуйыуына, килеп алып та китә. Ике яҡ та ота.

Йәки республика иҡтисадын, мал һуйыу, ит эшкәртеү системаһын уйлап, шәп егеттәрҙең цехтар асып эшмәкәрлек йәйелдереүенә ҡыуанһаҡ та, эшҡыуарлыҡты ғына үҫтереп, халыҡты-етештереүсене баррикаданың теге яғына ырғытырға кәрәкмәйҙер. Аҫтан һуйып аҫтан һатыу бәләһе шунан. Халыҡ малын былай ҙа бөтөрә. Бар халыҡ үҙ продукцияһын иркен һата, аралашсылар үткән быуат, тип һүҙен бирмәгән ауыл хужалығының төп консультанты Ирек Зөфәр улына бергә баҙарҙарға һәм магазиндарға сығып әйләнергә тәҡдим яһаным. Итте ашаған белмәй, тураған белә, сөнки.

Юлдаш
Афиши территория роста