Башҡортостанда киләһе йылда Халыҡ-ара ислам инвестиция форумы үтә

Башҡортостанда киләһе йылда Халыҡ-ара ислам инвестиция форумы үтә https://bash.news/yuldash/40176_bashortostanda_kile_jylda_xalyara_islam_investiciya_forumy_t
30 ноя, :

Ҙур йыйынды Өфөлә ноябрҙә ойоштороу күҙаллана. Беҙҙең республикаға 50-нән ашыу илдән мең ярым кеше килеүе көтөлә. Форумда Рәсәй һәм ислам дәүләттәре араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыла, төрлө илдәрҙән бизнес даирә вәкилдәре аралашып хеҙмәттәшлек юлдарын барлай аласаҡ. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, бөгөн илдәр араһында сауҙаны үҫтереү мөһим. Алыш-биреш, һатыу итеү башҡа өлкәләрҙе лә хеҙмәттәшлекте йәнләндерергә мөмкинлек бирә.

Өфөлә “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик күҙаллау комиссияһы ултырышы барышында Ислам иҡтисади форумы ла уҙҙы. Унда 15 илдән вәкилдәр ҡатнашты.

Юлдаш