Өфөлә радиация аварияларында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар

Өфөлә радиация аварияларында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар https://bash.news/yuldash/40177_fl_radiaciya_avariyalarynda_lk_bulandary_ik_aldylar
30 ноя, :

Хәтер митингы Еңеүҙең 50 йыллығы скверында уҙҙы. Бында Чернобыль һәм башҡа радиация авариялары эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә һәйкәл урынлашҡан. Сарала ҡатнашыусылар монументҡа сәскә һалды, ваҡиғала һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Өфөлә радиация аварияларында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар
Өфөлә радиация аварияларында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар

1986 йылдың 30 ноябрендә Чернобыль атом-электрстанцияһының шартлаған дүртенсе энергоблогы өҫтөндә саркофаг эшләү тамамлана. Уның ярҙамында тирә-яҡҡа радиацияның таралыуы туҡтатыла. Чернобыль ҡазаһы эҙемтәһен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 10 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Бөгөн уларҙың ни бары 2 меңгә яҡыны ғына иҫән. Ликвидаторҙар араһында Айрат Әхмәтшин булған.

2021 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом-электрстанцияһы фажиғәһенә 35 йыл тула. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Советтар Союзынан 4 йыл дауамында 800 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Юлдаш
Афиши территория роста