Алға! Ҙур спортҡа!

Алға! Ҙур спортҡа! https://bash.news/yuldash/4017_alha-zur-sportka
27 ғин, 20:08

Бөгөн өс мәсьәләне - иҡтисад, сәйәсәт һәм спортты уртаға һалмаҡсыбыҙ. Хәйер, өсәүме әле улар? Ҙурҙан алғанда - берәү түгелме? Сәйәсәтһеҙ иҡтисад юҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөн үткән пленар ултырышында, башҡа документтар менән бергә, "Башҡортостанда стратегик планлаштырыу тураһында" закон проекты ҡаралды.
 
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары Руслан Бикембәтов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
Руслан Бикембәтов: "Географик яҡтан ҡарағанда Өфө Рәсәй уртаһында, Азия менән Европаны бүлеп ултырған. Беҙ шуны иҫәптә тотоп, 2021 йылда Бөтә донъя уйындарын Өфөлә уҙғарыуға заявка ебәрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уйындар Америка Ҡушма Штаттарының кескәй генә Бирмингем ҡаласығында үтәсәк. Быны үҙенсә бер сәйәсәт тип аңлатырға ла булалыр. Киләсәктә ошондай уйындарҙа ҡатнашырға заявка биреү, бирмәү әлегә сер булып ҡалһын.
Бөтә Донъя уйындарына килгәндә,  2021 йылға тиклем ошо уйындарға әҙерлек эштәрен өлгөртөр инек. Йәйге спорт төрөнә 35 уйын инә. Уларҙың утыҙы мотлаҡ булһа, бишеһе -  өҫтәлмә. Был уйын төрҙәре олимпия уйындарына инмәгән булырға тейеш. Беҙ, әлбиттә, көрәш, рус лаптаһы кеүек уйындарҙы өҫтәмә күрһәтергә уйлағайныҡ. Һуңғы Бөтә Донъя уйындарында беҙҙең 7 спортсы ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәште. Инфраструктураға киләгәндә, ҙур спорт саралары уҙғарыу өсөн матур, 25-30 мең кеше һыймалы стадион, күнекмәләр уҙғарыу, йәшәү, туҡланыу өсөн шарттар булырға тейеш. Беҙҙә 35 муниципаль һәм 3 спорт мәктәбе бар. Уҡыу бушлай булһа ла, инвентарь өсөн айырым сығым талап ителә.
Февраль башында Өфөлә "Рәсәй саңғыһы" сараһы уҙғарыла. 8 февралдә ул тантаналы рәүештә ябыла. Барыһын да ошо күркәм спорт сараһында ҡатнашырға саҡырам!"

Здоровье и долголетия
Минземимущество