Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ағас бүлеүҙә законға үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ағас бүлеүҙә законға үҙгәрештәр индерелә https://bash.news/yuldash/40182_bashortostanda_tlsh_sn_aas_ble_zakona_greshtr_inderel
04 дек, 15:43

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошоға бәйле ҡанун проекты ҡарала. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар, ауылда йәшәгән йәш урмансыларға беренсе сиратта төҙөлөш өсөн ағас бүленә. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов һөйләй.

Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ағас бүлеүҙә законға үҙгәрештәр индерелә
Башҡортостанда төҙөлөш өсөн ағас бүлеүҙә законға үҙгәрештәр индерелә

Закон буйынса йорт төҙөлөшөнә 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас бүленә. Йорт-ҡаралтыны ремонтлау, утын өсөн дә ағас түләүһеҙ бирелә. Республика Хөкүмәте Аппаратының Агросәнәғәт тармағы һәм урман хужалығы департаментының Урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин әйтеүенсә, яңы закон проекты мохтаждарға етди ярҙам булырға тейеш.

Быйыл мартта Ҡариҙел районында Урман форумы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ағас бүлеү тураһындағы законға үҙгәрештәр тәҡдим итте.

Юлдаш
Баш Гайнуллин на 10 часов 4 декабря