Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Халыҡ-ара инвалидтар көнө https://bash.news/yuldash/40185_xalyara_invalidtar_kn
03 дек, 19:20

Бөгөн- халыҡ-ара инвалидтар көнө. Физик кәмселектәре булғандарға иғтибар, уларҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған был дата. Берләшкән милләттәр ойошмаһы статистикаһында әйтелеүенсә, ер йөҙөндә 1 миллиард инвалид иҫәпләнә. Йәғни һәр 7-се кешенең теге йәки был физик кәмселеге бар. Физик, социаль-иҡтисади, башҡа кәртәләргә дусар була улар. Рәсәйҙә “Уңайлы мөхит” программаһы ҡабул ителде, ғәмәлгә ашырыла. Уңайлымы мөхит инвалидтар өсөн? Ошоларҙы тикшерәбеҙ. “Асыҡ студия”ла табип, профессор, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, “Әсә йөрәге” ойошмаһы етәксеһе, Республиканың Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Гөлшат Ибраһимова, Ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Зилә Ишмәтова.

Юлдаш