Милләтте үҫтереүселәр: Мәхмүт Сәлимов, Нәсүр Йөрөшбаев

Милләтте үҫтереүселәр: Мәхмүт Сәлимов, Нәсүр Йөрөшбаев https://bash.news/yuldash/40191_milltte_tereselr_mxmt_slimov_nsr_jrshbaev
06 дек, 19:09

Рәсәйҙә 1 миллион 585 мең башҡорт йәшәй. 40 процент милләттәштәребеҙ Башҡортостанда түгел, башҡа төбәктәрҙә төпләнгән. Ырымбур, Силәбе, Һарытау, Һамар, Пермь, Ҡурған, Татарстан райондары –аңлашыла, тарихи башҡорт ерҙәре. Башҡа төбәктәрҙә - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ростов, Калуга, Владимир һәм башҡа тарафтарға ла һибелгән башҡорттар. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмай, балаларына еткереп, башҡорт булып йәшәй улар. Ошондай рухлы милләттәштәребеҙ араһында кинорежиссер, сценарийҙар яҙыусы, рус, башҡорт, немец телдәрендә ижад итеүсе яҙыусы, журналист Нәсүр Йөрөшбаев һәм отставкалағы подполковник, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов та бар. Улар Өфөгә Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең юбилейына килгәйне.

Юлдаш
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»