Ярғанат

Ярғанат https://bash.news/yuldash/40197_yaranat
09 дек, :

Ярғанаттар төндә лә күрә. Күҙҙәрендә төндә күрә торған бер нидәй ҙә махсус прибор юҡ уларҙың. Төндә улар тауыш ярҙамында күрә. Ярғанаттың ысынлап та күҙе шул тиклем үткер микән, тип, ғалимдар тикшереп ҡарағандар. Һәм шуны асыҡлағандар. Ҡараңғыла ярғанаттың күҙҙәрең бәйләһәң, ҡаршылыҡтарға бәрелмәй генә оса ала икән. Ләкин уның ауыҙын һәм ҡолаҡтарын япһаң, бәрелеп-һуғылып бөтә икән.

Ярғанат
Ярғанат

Ер йөҙөндә йәшәгән һөтимәр хайуандар араһында ярғанаттар ғына оса ала. Улар төнгө йәшәү рәүеше алып бара. Сөнки көн яҡтылығы күҙҙәрен сағылдыра. Шуның өсөн ярғанаттар көндө ҡанаттарына юрғанға уранған кеүек уралып, йоҡлап уҙғара. Улар бик ҡыҙыҡ итеп йоҡлай: тәпәйҙәре менән йәбешеп, баштүбән эленеп торалар.

Көндөҙ күҙҙәре сағылғанға күрә, ярғанаттар төндә тауыш ярҙамында күреү һәләтен үҫтергән. Бының өсөн улар һауа киңлегенә тауыштар ебәрә. Тауыш тулҡындары тирә-як предметтарға бәрелә һәм уның контурын кире сағылдыра. Ярғанатың ҡолаҡтары уларҙы тотоп ала һәм юл таба.

Тимәк, ҡолаҡтары локатор ролен үтәй. Шулай итеп, ярғанаттар донъяны тауыштарҙан яһалған ҡиәфәттә күрә. Тирә-яҡ донъяны ошо рәүешле ҡабул итеү эхолокация тип атала.

Эхолокацияны һыу аҫты кәмәләрендә ҡулланалар.

Бына шулай, кешеләр өсөн серле һәм ҡурҡыныс күренгән был төн хайуаны бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы икән.

Беҙ бөгөн ярғанаттарҙың нисек килеп сығыуы хаҡында әкиәт тыңлайбыҙ. “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ” тигән әкиәтте Таңсулпан Ғарипова апай яҙған.

Юлдаш