Проблемалар хәл ителә

Проблемалар хәл ителә https://bash.news/yuldash/40198_problemalar_xl_itel
10 дек, 10:03

Быйыл республикала халыҡтан ҡабул ителгән 75 мең самаһы мөрәжәғәт эшкәртелгән. Кешеләр социаль селтәрҙә ҡалдырған ялыуҙарҙы “Инцидент менеджмент” системаһы теркәй. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе юл торошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мәсьәләләр боросой. Власть кешеләрҙе ишеткәндә проблемалар ҙа хәл ителә, - ти республика Башлығы хакимиәте янындағы социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ етәксеһе Елена Прочаковская. Ул бер нисә миҫалды телгә алды. Республиканың “Инцидент менеджмент” системаһы Рәсәйҙә юғары баһа алды.

Проблемалар хәл ителә
Проблемалар хәл ителә

#инцидент

Юлдаш