Бөгөн Башҡорт теле көнө

Бөгөн Башҡорт теле көнө https://bash.news/yuldash/40208_bgn_bashort_tele_kn
14 дек, 12:00

Байрам уңайынан күп саралар ҡаралған. Бөгөн Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында башҡорт телен үҫтереүгә арналған конференция ойошторолдо. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бөгөн Башҡорт теле көнө
Бөгөн Башҡорт теле көнө

Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия интернаты уҡытыусыһы Лилиә Әминева әйтеүенсә, тел - милләттең төп байлығы, ул һаҡланырға, яҡлаулы булырға тейеш.

Бөгөн уҡыу йорттарында ҙур сауҙа үҙәктәрендә лә башҡорт теле көнө уңайынан саралар уҙғарыла. Баймаҡ районы Йылым ауылы мәктәбе “Йөрәк һүҙе” конкурсы ойошторҙо."Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә" тигән исем һайланды. “Телебеҙҙең сафлығы ауылдарҙа ныҡлы һаҡланырға тейеш. Балаларыбыҙҙы башҡортса йәнһүрәттәр, тапшырыуҙар аша тәрбиәләйбеҙ. Улар – беҙҙең киләсәк”, - ти йәш әсә Зәриә Рәхимова.

Башҡорт теле көнө Республика башлығы Указы менән быйылдан рәсми билдәләнә. Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү маҡсаты ҡуйылған.

Юлдаш
Лилиә Әминева
Зәриә Рәхимова
Отметим День студента вместе!