Һаҡым. Химая. Химаясы. Һиммәт. Хәбип.

Һаҡым. Химая. Химаясы. Һиммәт. Хәбип. https://bash.news/yuldash/40211_aym_ximaya_ximayasy_immt_xbip
14 дек, :

Халыҡта элек-электән оло кешенең һаҡымын хөрмәтләйҙәр. Тәбиғи талантҡа һәм һаҡымға эйә Арыҫлан Мөбәрәков сәнғәттә иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдар һынландырҙы. “Һаҡым” һүҙенең мәғәнәһен юллап, “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н асайыҡ. Һаумыһығыҙ, мөхтәрәм тыңлаусылар!

Һаҡым.

Диалекттарҙа ҡулланылған һүҙ. Алда килтерелгән тәүге миҫалда “олпатлыҡ” тигәнде белдерә. Шундай уҡ миҫалдарға туҡталайыҡ: Һаҡымын белгән ҡунаҡ. Һаҡым етәксе.

Икенсе осраҡта “һаҡым” - “мөһабәт төҫ-ҡиәфәт” тигәндең синонимы. Мәҫәлән: Һоҡланғыс һаҡым.

………..

Химая.

Яҡлау, ҡурсалау тураһында һөйләгәндә, “химая” тигән һүҙ ҙә бик урынлы. Зәйнәб Биишеванан миҫал: Тайба әбей … йәш киленен химаяға алды.

…………

Химаясы.

“Химаясы” “Авдокат” тигән һүҙҙе алыштыра ала. Миҫал өсөн: Химаясы яллау. Тәжрибәле химаясы.

….

Һиммәт.

1. Һиммәт ул - көслө ынтылыш, ялҡынлы дәрт; тырышлыҡ. Миҫалға: Ҡош ҡанат менән, ир һиммәт менән ос

Юлдаш