Упа. Упа ҡар. Урамал. Улъя. Урышҡал. Утыҡ.

Упа. Упа ҡар. Урамал. Улъя. Урышҡал. Утыҡ. https://bash.news/yuldash/40213_upa_upa_ar_uramal_ulya_uryshal_uty
23 ноя, :

Ҡояшта упа ҡар емелдәп ята. Упа ҡарҙа бер генә эҙ ҙә юҡ. Аҡ ҡарға шул “упа” һүҙен яҙһаң, ул шунда уҡ юғаласаҡ. Сөнки…. Ә уныһын хәҙер үк беләсәкбеҙ. Һаумыһығыҙ!

………

Упа: упа ҡар.

Әле генә яуған, күпереп ятҡан йомшаҡ, еңел ҡар. Алда яңғыраған миҫалдарға яңыларын да өҫтәге килеп тора: Балалар упа ҡарҙа аунап уйнай. Ҡайһылары упа ҡарҙа саңғы, сана шыуырға сыҡҡан. Упа ҡарҙы ел өйөрөлтә.

Улъя.

Улъя- “Табыш” тигән мәғәнәгә тура килгән һүҙ. Мәҫәлән: Һунарсылар урмандан яҡшы улъя менән ҡайтты. Улъяны уртаҡлап бүлештеләр.

Улъяның икенсе мәғәнәһе – яумал, йәғни, трофей. Миҫал:Партизандар дошмандың байтаҡ ҡоралын улъяға төшөргән.

Урамал.

Яулыҡтың нимә икәне һәр кемгә билдәле. Был әйберҙе диалекттарҙа “Урамал” тип тә йөрөтәләр икән. Мәҫәлән: Биҙәкле урамал. Башты урамалға урау.

“Урамал” шулай уҡ таҫтамалға ҡарата ла әйтелә. Миҫалға: Бүләккә сигелгән урамал әҙерләү. Мунса урамалы.

Урышҡал.

Ылыҫлы урмандар төбәгендә йәшәгәндәргә, моғайын, был һүҙ ят түгелдер. Улар ҡарағас сайырын урышҡал тип тә атай. Миҫал: Ҡарағастан урышҡал аға. Урышҡал йыйыу. Урышҡал ҡайнатыу.

Утыҡ.

1. “Тулы һыулы, ҡеүәтле” тигәнде белдергән һүҙ. Миҫал өсөн: Тауҙарҙан утыҡ йылға ағып төшә. Утыҡ йылғаларҙан һал ҡыуғандар.

2. Һөйләштәрҙә “Утыҡ” һүҙе “ныҡ, сәләмәт” тигән мәғәнәлә лә осрай. Миҫал: Утыҡ кәүҙәле егет. Балалар утыҡ булып үҫеп килә.

……………….

Һәр дәресебеҙҙең улъяһы – яңы отҡан иҫке һүҙҙәр. Әйҙә улар арта ғына барһын.

Юлдаш