Өфөлә "Башҡортостан саҡыра" беренсе инвестиция форумы асылды

Өфөлә "Башҡортостан саҡыра" беренсе инвестиция форумы асылды https://bash.news/yuldash/40222_fl_bashortostan_sayra_berense_investiciya_forumy_asyldy
18 дек, 12:03

Республикала “йәшел энергетика”ны үҫтереү өсөн уңайлы шарттар бар. Өфөлә үткән “Башҡортостан саҡыра!” инвестиция форумында Мәскәү инжиниринг компанияһы вәкилдәре шулай тип белдерҙе. Ойошма беҙҙең республикала ел электр станциялары төҙөргә ниәтләй. Компания акционеры Иван Андриевский.

Өфөлә Башҡортостан саҡыра беренсе инвестиция форумы асылды
Өфөлә Башҡортостан саҡыра беренсе инвестиция форумы асылды

Мәскәү белгестәрен Өфөләге метро проекты ла ҡыҙыҡһындыра. Баш ҡала рельефын иҫәпкә алып, ер өҫтө метроһын төҙөү отошлораҡ күренә, тип иҫәпләй эксперттар.

Сит ил вәкилдәре лә энергетика менән ҡыҙыҡһына. Испания компанияһы йылылыҡ электр үҙәктәре төҙөүҙә ҡатнашырға һәм альтернатив энергетика проекттарын тормошҡа ашырырға теләй. Овиедо ҡалаһынан ойошма етәксеһе Алехандро Абеллан Алеман һөйләй.

“Башҡортостан саҡыра!” форумында Европа һәм Азия илдәренән 500-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Төштән һуң йыйындың пленар ултырышы үтә.

Юлдаш
Баш Андриевский 2 на 13 часов 18 декабря
Баш Алеман на 13 часов 18 декабря
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»