Киләһе йылда ла республикала дауаханалар төҙөү дауам итә

Киләһе йылда ла республикала дауаханалар төҙөү дауам итә https://bash.news/yuldash/40223_kile_jylda_la_respublikala_dauaxanalar_t_dauam_it
18 дек, 15:03

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, адреслы инвестиция программаһы буйынса 31 бина һалына. Бының өсөн 5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала.

Киләһе йылда ла республикала дауаханалар төҙөү дауам итә
Киләһе йылда ла республикала дауаханалар төҙөү дауам итә

2020 йылда Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлиникаһы, Саҡмағош районында һәм Бөрө ҡалаһында ололар һәм балалар өсөн берләштерелгән поликлиника төҙөлә. Шулай уҡ 90-дан ашыу фельдшер-акушер пункты асыу планлаштырыла. Быйыл “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса, беҙҙең дауаханаларға 7 мең берәмеккә яҡын медицина ҡорамалы килтерелгән.

#МиллиПроект #НацПроект

Юлдаш