Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән

Республикала алкоголдән ағыуланыусылар һаны кәмегән https://bash.news/yuldash/40225_respublikala_alkogoldn_ayulanyusylar_any_kmegn/
18 дек 2019, 16:03

“Беҙҙең маҡсат ундайҙар һанын мөмкин тиклем кәметеү”, - тип белдергән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Йыл башынан Башҡортостанда араҡы етештергән 8 йәшерен цех эше туҡтатылған, 70 мең литр спитрлы шыйыҡса кибеттәрҙән алынған. Ялған хәмерҙе балаларға һатыу осраҡтары ла теркәлгән. Республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты суррогат һатыусылар тураһында мәғлүмәтте "Хәүефһеҙ мөхит" порталында тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә, тип белдергән Радий Хәбиров.

Юлдаш
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»