"Тамыр"ҙың йәш хәбәрселәре Яңы йыл ҡаршылай

"Тамыр"ҙың йәш хәбәрселәре Яңы йыл ҡаршылай https://bash.news/yuldash/40235_tamyry_jsh_xbrselre_yay_jyl_arshylaj
24 дек, :

Был көндәрҙә барыбыҙ ҙа тулҡынланып мөғжизә көтә, күңелдең төбөндә генә йөрөткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуына ышана. Шулай уҡ тамамланып килгән йылдың нисек үтеүе тураһында ла уйланмай булмай. Беҙ, тамырҙар, ҙур уңыштар менән оҙатабыҙ 2019 йылды. Ә беҙҙең иң ҙур уңыштарыбыҙ, ул әлбиттә, балалар. Беҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡарап, тыңлап шатланған, үҙ телендә һөйләшкән балаларҙан да ҙурыраҡ хазина юҡтыр ул.

Тамырҙың йәш хәбәрселәре Яңы йыл ҡаршылай
Тамырҙың йәш хәбәрселәре Яңы йыл ҡаршылай

Балалар ҙа, ололар ҙа яратып ҡараған тапшырыуҙарҙы әҙерләргә беҙгә балалар, үҫмерҙәр үҙҙәре үк ярҙам итә лә инде. Һүҙем "Тамыр"ҙың йәш хәбәрселәр мәктәбе тураһында. Бөгөн улар үҙҙәре - беҙҙең студия ҡунаҡтары.

Юлдаш
Отметим День студента вместе!