Ике егермене ҡаршылап

Ике егермене ҡаршылап https://bash.news/yuldash/40238_ike_egermene_arshylap
27 дек, 19:27

Марафонды “Асыҡ студия”ла дауам итәбеҙ. Дуҫлыҡ, берҙәмлектә - көс – беҙҙең бөгөнгө марафондың ғына атамаһы түгел. Сысҡан йылын ҡаршылағанда, Леопольд менән сысҡандар араһындағы аңлашып йәшәүҙең мәғәнәһе киңерәк булыр. Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә тап дуҫлыҡҡа, уны нығытыуға, бергә һәм аңлашып йәшәргә, эшләргә кәрәклегенә ишараланы. Ә бөгөнгө “Асыҡ студия”ны беҙ “галстукһыҙ осрашыу” тип алдыҡ. Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади ваҡиғаларҙы барлағанда ла бындай форматтағы һөйләшеүҙәр кәрәктер. Журналист, шулай уҡ етешмәгән яҡтарҙы сатира аша еткереүсе Марат Әминев һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин.

Юлдаш