Башҡортостанда киләһе йылда 24 балалар баҡсаһы төҙөлә

Башҡортостанда киләһе йылда 24 балалар баҡсаһы төҙөлә https://bash.news/yuldash/40240_bashortostanda_kile_jylda_24_balalar_basay_tl
24 дек, 12:03

Хөкүмәттә “Мәғариф сәғәте” ултырышында ошо турала әйтелде. Алдағы ике йылда республикала 12 яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, балалар баҡсаһына сиратты кәметеү һәм мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.

Башҡортостанда киләһе йылда 24 балалар баҡсаһы төҙөлә
Башҡортостанда киләһе йылда 24 балалар баҡсаһы төҙөлә

Ултырышта халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре лә ҡаралды. “Мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр һаны кәмей”, - ти Граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская. Төп һорауҙар – балаларҙың туҡланыуы, мәктәптәр торошо, ата-әсәләрҙән аҡса йыйыуға ҡайтып ҡала.

Ултырышта мәктәп, балалар баҡсаһы һәм улар алдындағы майҙандарҙы, шулай уҡ туҡланыу бүлектәрен комплекслы ремонтлау буйынса программа иғлан ителде.

Юлдаш
Баш Прочаковская на 12 часов 24 декабря