“Суррогатҡа юҡ”!

“Суррогатҡа юҡ”! https://bash.news/yuldash/40242_surrogata_yu
26 дек, 16:03

Башҡортостанда “Суррогатҡа юҡ” акцияһы барышында 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына һәм “Хәүефһеҙ мөхит” порталына халыҡтан шылтыратыуҙар һәм ялыуҙар килгән.

“Суррогатҡа юҡ”!
“Суррогатҡа юҡ”!

“Халыҡ контроле” проекты координаторы, депутат Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, активистар рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыуҙы даими контролдә тота.

“Суррогатҡа юҡ” акцияһы шарттарына ярашлы, рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәр һатыусылар тураһында мәғлүмәт биргәндәргә аҡса түләнә. Ялған хәмер етештереүсене асыҡлаған кешегә 50 мең һум премия ҡарала.

Юлдаш