Ишбирҙеләргә - Яңы йыл бүләге

Ишбирҙеләргә - Яңы йыл бүләге https://bash.news/yuldash/40245_ishbirelrg_yay_jyl_blge
29 дек, 10:03

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлә. Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, медицина учреждениеһы төҙөүҙә ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Бында заманса шарттар булдырылған: пациентты ҡабул итеү, процедуралар эшләү, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус кабинеттар бар.

Ишбирҙеләргә - Яңы йыл бүләге
Ишбирҙеләргә - Яңы йыл бүләге

Ишбирҙе ауылындағы фельдшер-акушер пункты бөтәһе 517 кешене хеҙмәтләндерә, шуларҙың 118-е - балалар.

#Миллипроект

#нацпроекты

Юлдаш