Республикала тиҙҙән һауынсы роботтар эшләй башлай

Республикала тиҙҙән һауынсы роботтар эшләй башлай https://bash.news/yuldash/40246_respublikala_tin_auynsy_robottar_eshlj_bashlaj
30 дек, 11:06

Әбйәлил районының "Красная Башкирия" кооперативында ошондай тәүге комплекс әҙерләнә. Район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов әйтеүенсә, бының өсөн 6400 квадрат метр ҙурлыҡтағы ике яңы ферма төҙөлдө. Унда 12 һауынсы-робот ҡуйыла. Ферманы роботтар үҙҙәре йыйыштырасаҡ.

Республикала тиҙҙән һауынсы роботтар эшләй башлай
Республикала тиҙҙән һауынсы роботтар эшләй башлай

Проект республика Хөкүмәтенең ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Бөгөн аграрийҙар һөт фермалары өсөн роботлаштырылған техника алыуға 50 процент күләмендә субсидия менән файҙалана ала.

#Миллипроект

#нацпроекты

Юлдаш