Һәм. Һүрәпән. Һығымса. Һелкәү. Һыҙыра. Һыҙырым.

Һәм. Һүрәпән. Һығымса. Һелкәү. Һыҙыра. Һыҙырым. https://bash.news/yuldash/40252_m_rpn_yymsa_elk_yyra_yyrym
11 ғин, :

Тел хикмәте күп һөйләүҙә түгел, самалы һүҙ ярҙамында ла мәғәнә еткереүҙә. Аҙ һүҙ ҙә бай, тәрән йөкмәткегә эйә була ала. Бына шундай һүҙҙәрҙең бер нисәһе.

Һөм.

“Йөҙ-ҡиәфәт” тигәнгә тура килә. Әйтемдән миҫал: Эт тиһәң, йөнө юҡ, әҙәм тиһәң, һөмө юҡ.

Һүрәпән.

Үлән баҫҡан юл, һуҡмаҡ хаҡында электән “һүрәпән” һүҙен ҡулланып һөйләгәндәр. Миҫал: Һүрәпән юлдан барыу. Урман эсенә һүрәпән һуҡмаҡ илтә.

Һығымса.

Русса “вытяжка, экстракт” тип йөрөтөлһә, башҡортса ул “һығымса” була. Миҫал: Сәй һығымсаһы. Шифалы үләндәр һығымсаһы.

Һелкәү.

Икмәк тураһында ҡулланылған һүҙ. Мәғәнәһе – бысыйыраҡ, бешеп етмәгән.

Һыҙыра. Һыҙырым.

Һөйләштәргә хас һүҙ. “Тына” тигәнгә тура килә. Мәҫәлән: Бер һыҙырым баҡса утаныҡ. Ял иткәс, тағы бер һыҙыра эшләрбеҙ.

….

Тел хәтере һүрәпәнгә әйләнмәһен тиһәгеҙ, туған телдә һөйләшегеҙ, һүҙ байлығын туплағыҙ.

Юлдаш