Ялҡынлы йөрәктәр

Ялҡынлы йөрәктәр https://bash.news/yuldash/40254_yalynly_jrktr
10 ғин, 19:02

Бөгөн Өфөлә ошолай тип аталған грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан беренселеге башланды. Турнир 5-се мәктәп-интернатта уҙа. Ярышта 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр көс һынаша. Бөгөн турнирҙың ярым финал этабы үтә, еңеүселәр иртәгә билдәле була. Ярышты асыу тантанаһында Республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны, ул спортсыларға уңыштар теләне.

Ялҡынлы йөрәктәр
Ялҡынлы йөрәктәр

Ярышта ҡатнашҡан үҫмер спортсыларҙың еңеүгә өмөттәре ҙур.

Турнирҙа еңеүселәр грек-рим көрәше буйынса Волга буйы округы беренселегендә ҡатнашыу өсөн республика командаһына алына.

Юлдаш
Баш Опрос на 19 часов 10 января
Отметим День студента вместе!