Байрамдар имен үтһен

Байрамдар имен үтһен https://bash.news/yuldash/40256_bajramdar_imen_ten
01 ғин, 12:03

Яңы йыл төнө артта ҡалды, байрам итеүҙәр иһә бөгөн дә дауам итә. Күңел-сафаға бирелеп онотолоп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрәбеҙ. Республикала Яңы йылдың тәүге төнөндә янғын сығып, 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

Байрамдар имен үтһен
Байрамдар имен үтһен

Яңы йылда янғын хәүефе артыуына йәнә бер уйынсыҡ сәбәпсе – кешеләр фейерверк-петардалар менән артыҡ мауыға. Белгестәр ошо йәһәтенән дә хәүефһеҙлекте онотмаҫҡа саҡыра. Петарда-ракеталарҙы осорор алдынан инструкцияны ентекле өйрәнергә кәрәк. Өй эсендә, балконда, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа шартлатҡыстар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

Юлдаш