Яңы йыл каникулында ҡотҡарыусылар көсәйтелгән тәртиптә эшләй

Яңы йыл каникулында ҡотҡарыусылар көсәйтелгән тәртиптә эшләй https://bash.news/yuldash/40257_yay_jyl_kanikulynda_otaryusylar_ksjtelgn_trtipt_eshlj
03 ғин, 15:02

Алдан күрелгән профилактик сараларға бәйле 2020 йылдың тәүге ике көнөндә бәхетһеҙ осраҡтар күп теркәлмәгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдерәләр. Бөгөн ведомствола район һәм ҡалалар хакимиәттәре вәкилдәре менән селектор кәңәшмә үткәрелде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, янғында һәм юл-транспорт ваҡиғаларында 6 кеше һәләк булған.

Яңы йыл каникулында ҡотҡарыусылар көсәйтелгән тәртиптә эшләй
Яңы йыл каникулында ҡотҡарыусылар көсәйтелгән тәртиптә эшләй

Вице-премьер Ирек Сәғитов муниципалитеттарҙа ҡышҡы каникул барышында үткәрелгән профилактик сараларҙы билдәләп уҙҙы. Ул шулай уҡ ялған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көрәште даими контролдә тотоу кәрәклегенә баҫым яһаны.

Яңы йыл каникулы барышында райондарҙа күсмә ултырыштар үткәрелә. Унда һәр муниципалитетта именлек мәсьәләләре айырым ҡарала. Бөгөн ошондай ултырыш Благовар районында ойошторола.

Юлдаш
Баш Сагитов на 15 часов 3 января