Башҡортостанда “Суррогатҡа юҡ” акцияһы үтә

Башҡортостанда “Суррогатҡа юҡ” акцияһы үтә https://bash.news/yuldash/40258_bashortostanda_surrogata_yu_akciyay_t
04 ғин, 12:02

Ул халыҡ ҡатнашлығында ойошторола. Акция барышында рөхсәтһеҙ алкоголь һатыу урындары асыҡлана. “Контроль” проекты активистары рейдтар ойоштора. Өфөлә ошондай профилактик сара барышында бәлиғ булмаған егеткә “фанфурик” һатыу осрағы асыҡланды. Ваҡиға урынына полиция саҡыртылды. Законды боҙоусыға ҡарата протокол төҙөлдө. “Контроль” проекты етәксеһе Антон Буфетов һөйләй.

Башҡортостанда “Суррогатҡа юҡ” акцияһы үтә
Башҡортостанда “Суррогатҡа юҡ” акцияһы үтә

Рөхсәтһеҙ алкоголь һатыу урындарын халыҡ хәбәр итә ала. Ялған алкоголь етештереүсе тураһында хәбәр итеүсегә – 50 мең, ә суррогат һатыусы тураһында мәғлүмәт еткереүсегә 2 мең һум премия түләнә.

Юлдаш